Милеккә һалым тураһында

Иҡтисад

Физик берәмектәрҙең милкенә һалым – урындағы һалым төрө һәм ул һалым һалынған объекттың урынлашҡан ере буйынса урындағы бюджетты тулыландыра.

Кемдәр милеккә һалым түләргә бурыслы? 2015 йылдың 1 ғинуарынан РФ Һалым Кодексының 401-се статьяһына ярашлы, һалым һалынырға тейешле объект тип билдәләнгән милек хужалары һалым түләргә тейеш.

Һалым түләнергә тейеш объекттар түбәндәгеләр:

- торлаҡ йорттар;

- торлаҡ биналар (фатирҙар, бүлмәләр);

- гараждар, машина ҡуйыу урындары;

- берҙәм күсемһеҙ комплекстар;

- төҙөлөп бөтмәгән объекттар;

- башҡа биналар, ҡоролмалар.

Һалым базаһы 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡынан сығып билдәләнә. Быға тиклем һалым суммаһы милектең инвентаризация хаҡынан иҫәпләнә ине.

Һалым базаһына ташламалар (вычеттар) түбәндәгесә:

- торлаҡ йорттар өсөн – торлаҡ йорт майҙанының 50 кв.метрының кадастр хаҡы;

- фатирҙар өсөн – фатир майҙанының 20 кв. метрының кадастр хаҡы;

- бүлмәләр өсөн – бүлмә майҙанының 10 кв. метрының кадастр хаҡы;

- берҙәм күсемһеҙ комплекс өсөн – кадастр хаҡынан 1 млн һум.

Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы тарафынан билдәләнгән һалым ставкалары:

0,1 процент:

- торлаҡ йорттарға, торлаҡ биналарға;

- төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ йорт объекттарына;

- составына бер генә булһа ла торлаҡ бина (торлаҡ йорт) ингән берҙәм күсемһеҙ комплекстарға;

- гараждарға һәм машина ҡуйыу урындарына;

- һәр береһенең майҙаны 50 кв. метрҙан ашмаған һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға, дача хужалығы, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, шәхси йорт төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә урынлашҡан хужалыҡ ҡаралтыларына йәки ҡоролмаларына.

2 процент:

- Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкәләтле органдары тарафынан раҫланған күсемһеҙ милек объекттары исемлегенә индерелгән һалым түләнергә тейеш объекттарға:

1) административ-эшлекле үҙәктәргә, сауҙа үҙәктәренә (комплекстарына) һәм уларҙағы бүлмәләргә;

2) күсемһеҙ милек объекттарының кадастр паспорттарына йәки күсемһеҙ милек объекттарының техник иҫәп документтарына ярашлы, офистар, сауҙа объекттары, йәмәғәт туҡланыу урындары һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекттары өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ булмаған биналарға;

- кадастр хаҡы 300 млн һумдан ашыу булған һалым һалынырға тейеш объекттарға.

0,5 процент:

- һалым һалынырға тейешле башҡа объекттарға.

Иң һуңғы ставкалар муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарының ҡарары менән билдәләнә.

Һалым түләүҙә льготалар:

Һалым түләүселәрҙең 15 категорияһы һалым льготаларына хоҡуҡлы, ул пенсионерҙарға, I һәм II төркөм инвалидтарына, тыумыштан инвалидтарға, Советтар Союзы һәм РФ Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм уларға тиңләштерелеүселәргә, хәрбиҙәргә, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына, ата-әсәләренә, Афғанда һәм башҡа илдәрҙә интернациональ бурысын үтәүселәргә, Чернобыль АЭС-ында, “Маяҡ” производство берекмәһендә, Семипалатинск полигонында радиация алыусыларға ҡағыла.

Льготалар ҡаралған күсемһеҙ милек объекттары төрҙәре:

- фатир йәки бүлмә;

- торлаҡ йорт;

- ижади оҫтаханалар, ателье, студиялар өсөн махсус йыһазландырылған биналар, шулай уҡ дәүләттеке булмаған асыҡ музейҙар, галерея, китапханалар урынлашҡан торлаҡ биналар;

- майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаған һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, дача хужалығы, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ йәки шәхси йорт төҙөлөшө өсөн бирелгән ер участкаларында урынлашҡан хужалыҡ ҡаралтылары һәм ҡоролмалары.

- гараждар йәки машина ҡуйыу урыны.

Ташламалар биреү тәртибе:

- ташлама һәр төрҙөң бер объектына бирелә;

- ташламаға хоҡуғы булған берәмек һалым органына ташламаға хоҡуғын раҫлаусы документтар һәм ғариза менән мөрәжәғәт итә;

- йыл һайын 1 ноябргә тиклем һайланған объект тураһында уведомление тапшырылырға тейеш;

- уведомление бирмәгән осраҡта, ташлама һалым органы тарафынан һәр төрҙән бер объектҡа – иң күп суммалағы һалым түләнергә тейешлеһенә бирелә.

Муниципаль берәмектәр тарафынан өҫтәмә льготалар билдәләнеүе лә ихтимал.

Һалым суммаһын иҫәпләү 

үҙенсәлектәре

Һалым суммаһы һалым һалынырға тейеш һәр объект буйынса һалым ставкаһына ярашлы һалым базаһының процент өлөшөн тәшкил итә. Һалым суммаһын иҫәпләүҙең бер нисә үҙенсәлеге бар:

- һалым базаһын билдәләгәндә айырым объекттарҙың кадастр хаҡына ташламалар (вычеттар) ҡулланыла;

- милеккә хоҡуҡ өлөшө иҫәпкә алына;

- объектҡа хужалыҡ итеү ваҡыты иҫәпкә алына;

- милеккә хоҡуҡтың барлыҡҡа килеү йәки туҡтатылыу датаһы иҫәпкә алына.

2015-2018 йылдарҙа һалым суммаһы түбәндәге формула буйынса иҫәпләнәсәк: Н=(Н1-Н2) х К+Н2.

Бында:

Н – түләнергә тейешле һалым суммаһы

Н1 – кадастр хаҡынан иҫәпләнгән һалым суммаһы

Н2 – инвентаризация хаҡынан иҫәпләнгән һалым суммаһы

К – коэффициент:

0,2 – беренсе һалым осоронда (2015 йыл өсөн) ҡулланыласаҡ;

0,4 – икенсе һалым осоронда (2016 йыл өсөн) ҡулланыласаҡ;

0,6 – өсөнсө һалым осоронда (2017 йыл өсөн) ҡулланыласаҡ;

0,8 – дүртенсе һалым осоронда (2018 йыл өсөн) ҡулланыласаҡ.

Бер миҫалда физик берәмектәрҙең милкенә нисек һалым иҫәпләнгәнен ҡарап үтәйек.

41,5 кв.метрлыҡ бер фатирҙы алайыҡ. Ул шәхси милектә, бер кешенең исеменә яҙылған. Инвентаризация хаҡы – 81 502 һум. Кадастр хаҡы – 2 207 624 һум.

2014 йылдың һалым осоронда һалым элекке тәртип менән түбәндәгесә билдәләнде: 81 502 х 0,1 %=81,50 һум.

Яңы тәртип буйынса һалым түбәндәгесә иҫәпләнәcәк: (2 207 624–1 063 915,18 (20 кв.м хаҡы)) х 0,1 %=1 143,71 һум. Был сумманы 2019 йылда түләргә кәрәк буласаҡ. Уға тиклем миҫалдағы 0,1 коэффициенты урынына алда атап үтелгән коэффициенттар (2015 йылда – 0,2, 2016 йылда – 0,4, 2017 йылда – 0,6 һәм 2018 йылда – 0,8) ҡулланыласаҡ.

17.12.2016

0
41


0
Оставить комментарий