Сифатлы орлоҡ – уңыш нигеҙе

Иҡтисад

Киләһе йылдың яҙғы баҫыу эштәренә районда ниндәй әҙерлек алып барыла? Орлоҡ әҙерләү мәсьәләһе менән хужалыҡтар нисек шөғөлләнә? Был тәңгәлдә ниндәй проблемалар бар? Ошо хаҡта райондың баш агрономы Радик Ғәле улы Рәхмәтуллин һөйләй:

– Киләһе яҙғы баҫыу эштәренә үҫемлекселек тармағы менән шөғөлләнгән райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тарафынан 16 мең 450 тонна яҙғы иген культуралары орлоғо тупланды. Шуның 80 проценты, йәғни 13200 тоннаһы, таҙартылды. Тикшерелгән орлоҡ материалының 90 проценты кондициялы, йәғни сәсеүгә яраҡлы тип табылды. Әммә үҫемлекселек менән шөғөлләнгән 120 хужалыҡтың 30-ы ғына орлоғон тикшертеүгә алып килде. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК, “Толпар” ЯСЙ-һы, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы һәм ҡайһы бер фермер хужалыҡтары атап үтелгән мәсьәләгә яуаплы ҡараны. Ә бына башҡа хужалыҡтар ҡыбырларға ашыҡмай әле. Ундайҙарға шуны әйтергә кәрәк: тикшерелмәгән орлоҡто сәсеү ҡәтғи тыйыла һәм субсидия юллағанда ла орлоҡтоң кондициялылығы тураһында таныҡлыҡ булыуы мотлаҡ. Шунһыҙ дәүләт ярҙамы бирелмәйәсәк.

Орлоҡ яңыртыу – бик тә мөһим мәсьәлә. Әммә уға хужалыҡтар етерлек иғтибар бирмәй. Быйыл, мәҫәлән, 200 тонна элиталы орлоҡ һатып алынды, ул сәселгән орлоҡ күләменең ни бары 1,2 процентын тәшкил итә. Был, әлбиттә, аҙ. Беҙгә йыл да был күләмде 500-600 тоннаға еткерергә кәрәк. Һәр сәсеү миҙгеле барышында берәр иген культураһының орлоғон яңыртып барыу маҡсатҡа ярашлы. Был йүнәлештә Ленин исемендәге АХК, “Толпар” ЯСЙ-һы, Йылайыр зонаһының фермер хужалыҡтары әүҙем эшләй, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы, “И.Мөхәмәтғәлиев” КФХ-һы ла тейешле иғтибар бүлә. Башҡалар уларҙан үрнәк алһын.

Бөгөн сифатлы орлоҡ һатып алыу өсөн алыҫ бараһы түгел. Мәҫәлән, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһында һатыуға 226 тонна юғары репродукциялы бойҙай, арпа, һоло орлоҡтары әҙерләнгән. Бынан тыш, Хәйбулла районынан “Ә. Шәйәхмәтов” КФХ-һы 500 тонна бойҙай һәм арпа орлоғо тәҡдим итә. Әбйәлил дәүләт орлоҡсолоҡ участкаһында ла сифатлы орлоҡ етерлек. Беҙҙең ауыл хужалығы бүлеге лә, хужалыҡтарҙың заявкаларын иҫәпкә алып, республиканың орлоҡсолоҡ предприятиеларына мөрәжәғәт итә.

Шуныһы ҡыҙғаныс, район хужалыҡтары техник һәм мал аҙығы культуралары орлоғон яңыртыуға ҡул һелтәп ҡарай. Күптәр көнбағыш, етен, рапс, судан үләненең дөйөм репродукциялы орлоғон сәсә, һөҙөмтәлә 0,7 – 3 центнер ғына уңыш йыйып ала. Беҙгә яңы сорттарға, әйтәйек, көнбағыштың “Белоснежка” сортына иғтибар бирергә кәрәк. Быйыл уны “Р.Рәсүлев” КФХ-һы сәсте һәм яҡшы уңыш үҫтереп алды. Был сорт кукуруздан бер ҙә кәм түгел. Шул уҡ ваҡытта кукуруз, донник, люцерна, күстерә сәсеүлектәрен яңыртыу тураһында уйланырға ваҡыт. Сорго-судан гибридын үҫтереү ҙә отошло, уның орлоғо МТС-та бар.

Ғөмүмән, яҡшы сифатлы орлоҡтоң уңыш нигеҙе икәнен онотмайыҡ, ошо хаҡта мәлендә хәстәрлек күрәйек.

24.12.2016

0
56


0
Оставить комментарий