Сара әсәләргә арналды

Сәйәсәт

Темәс моделле китапханаһына ауылдың биҙәге булған күп балалы, тәрбиәгә бала алған, күп һөнәргә эйә булған өлгөлө әсәйҙәр, иң абруйлы өләсәйҙәр саҡырылғайны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Миңзәлә Әүәлбаева менән Миңзифа Низамова барыһын да байрам менән ҡотлап, сараның маҡсаты менән таныштырғандан һуң, мәғариф ветераны Шәмсинур Салихова “Күк юрға” исемле башҡорт халыҡ йырын бүләк итте. “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәк директоры Нур Ҡолмырҙин әсәләрҙе бөйөк байрам менән тәбрикләп үтте. Милә исемле ҡыҙыҡай барыһына ла әсәйҙәр тураһында шиғыр һөйләп ишеттерҙе.

Ике баланы тәрбиәгә алған Йәмилә Усмановаға әрме сафына йыйынған улы бала алырға тәҡдим иткән икән. “Улымды тыңлап ике ҡыҙ алырға булдым”, – ти ул. Эшлекле ханым Фирҙәүес Ишмәтова һәм Сания Күсәмишева үҙҙәренең хеҙмәт юлы хаҡында бәйән итте. Фирҙәүес апай 40 йыл райпо системаһында эшләп, быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан, ә Сания апай Өфөлә шәфҡәт туташы булып эшләгән, әсәһе ауырығас, Темәскә ҡайтып, хәҙер бында 13 йыл өлкән шәфҡәт туташы һөнәрен яратып башҡара. Сания апай йырға ла маһирлығын күрһәтеп, тағы бер һоҡландырҙы. “Милләт киләсәге әсә ҡулында, тигән фекер менән килешәһегеҙме?” – тигән һорауға Гөлнара Ҡотлоғәләмова: ”Өйҙә мотлаҡ башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләлә генә балалар үҙ телен белеп үҫәсәк, тышҡы донъя йоғонто яһай алмаясаҡ”, – тип яуап ҡайтарҙы. “Өйҙә ятҡан, аҡса тапмаған иргә мөнәсәбәтегеҙ?” – тигән һорауға Ләлә Әбсәләмова бик тапҡыр әйтте: “Яҡшы ир урамда ятмай, ә диванда ята. Ир өйҙә булһа, ҡатын-ҡыҙға һүҙ теймәй. Өйҙә атай булған ғаиләгә ҡурҡыныс янамай”, – тине ул. Төрлө өлкәлә абруй ҡаҙанған Ләлә Ғәлимова, Венера Бикбирҙина, Яңылбикә Ғарифуллина ла йәштәргә фәһемле теләктәрен еткерҙе. Ауылдың ағинәйе Зөбәйлә Вәлиева үҙе яҙған тәрән мәғәнәле шиғырын һөйләп ишеттерһә, Вәсилә Саварбаева үҙе яҙған иҫ киткес матур йырын башҡарҙы. Темәс мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, 5 бала әсәһе Зәбирә Шахморатованың уҡыусылары әсәйҙәргә бик матур концерт ҡуйып, байрамға биҙәк өҫтәне.

Сара һуңында 7 кеше “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды. Супер-приз – машина тәгәрмәсенә һауа өрҙөргөс монометрлы компрессор Гөлгөнә Урмантаева бәхетенә яҙҙы.

Төштән һуң почтальонка Нәфисә Сәғәҙиева менән Темәс психоневрология интернатына юлландыҡ. Унда гәзитебеҙгә 19 кеше яҙылды, редакцияның приздары уйнатылды.

03.12.2016

0
33


0
Оставить комментарий