“Һаҡмар”лы һәм бүләкле булдылар

Йәмғиәт

“Һаҡмар” гәзитенә 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, гәзит уҡыусыларыбыҙ көндән-көн әүҙемләшә бара. Быны редакцияға күпләп килгән квитанциялар ҙа дәлилләй. Яҙылып өлгөргәндәр “Һаҡмар” гәзитенең бүләктәрен отоп һөйөнөс кисерҙе. Күсей ауылынан Венер Әхмәтзәкир улы Иҫәнғолов ҡыҙы Миләүшә менән атаһының өлөшөнә төшкән пароварканы алырға килде. Ул оло йәштәге атаһы һәм ғаиләһе исеменән ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Ишбирҙе ауылынан Фуат Сөләймәнов “Һаҡмар” гәзитенә бер йылға яҙылып, “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы әҙерләгән 10 ҡаҙ бәпкәһен отто. Бәхетле еңеүсе йыл һайын редакцияға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Байрамғоловтарға иң изге теләктәрен еткереп, һәр саҡ себештәрҙе, бәпкәләрҙе тик уларҙан ғына һатып алыуын билдәләне.

Шулай итеп, “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итә. Яратҡан гәзитегеҙгә яҙылып, бүләктәр оторға ашығығыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Һаҡмар”ға почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 833 һум 16 тин, бер йылға – 1502 һум 47 тин, ярты йылға электрон вариантҡа яҙылыу – 600 һум, гәзитте редакциянан килеп алһағыҙ – 546 һум, ҡаланың предприятие, учреждениелары алып барыу шарты менән баҫмаға коллектив менән яҙылһа, 690 һум була.

10.11.2016

0
33


0
yamalov.i
тест
ИмяЦитировать0
0
Оставить комментарий