“Атайсал”дан – ағинәйҙәргә

Йәмғиәт

Районыбыҙ халҡы милли рухлы булып йәшәүендә йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Бына оҙаҡ йылдар инде районда “Атайсал” тип янған йөрәктәр” ҡоро бик әүҙем эшләп килә. Ошо көндәрҙә ҡор ағзалары – Ишбирҙенән Әхмәт Дәүләткилдин, Әбделкәримдән Йәмних Ҡашҡаров, Ҡуянтауҙан Рамаҙан Билалов, Яраттан Мөхтәр Монасипов һәм ҡор рәйесе Борис Хәйретдинов үҙәк район китапханаһына сираттағы ултырышҡа йыйылды. Бында улар яңы устав ҡабул итте, үҙгәрештәр индерҙе. Бығаса ҡорға олоғайған ир уҙамандар ғына ҡабул ителһә, бынан ары 40 йәше тулған ир-егеттәр үҙ теләге йәки тәҡдим итеү буйынса “Атайсал” ҡороноң тулы ҡанлы ағзаһы булып һаналыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш “атайсал”дар урындарҙа йыллыҡ эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны, фекер алышты, киләсәккә яңы бурыстар билдәләне.

Гәзит уҡыусы әгәр иҫләһә, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу буйынса эстафетаны “Атайсал” ҡоро ағзаларына тапшырғайны. Был көндө “атайсал”дар эстафетаны ағинәйҙәргә тапшырҙы.

10.12.2016

0
34


0
Оставить комментарий