Бер-беребеҙҙе ҡыуандырып йәшәйек!

Йәмғиәт

“Ошондай приз уйнатҡан ерҙә яҙылырға ине ул!” – тип уйлай инем, ҡайһылай һәйбәт булды әле!” – тип халыҡ ижады үҙәгенә килеп инеү менән тура миңә ҡарай атланы бер ханым. “Берәү ҙә яҙылмаҫ инде”, – тип өмөтөм өҙөлөп бөтөп тора инем. “Яратам һине, тормош!” район ололарының Гала-концерты алдынан халыҡ ижады үҙәгенең фойеһында приздарымды теҙеп ҡуйып, “Һаҡмар” гәзитенә яҙылдырырға килгәйнем. Халыҡ күп йыйылһа ла, берәү ҙә яҙылмаҫ инде, тип борсолоуымдың сәбәбе шунда: бында ауылдарҙың иң әүҙем кешеләре килгән. Ә, белеүебеҙсә, әүҙем кеше һәр яҡтан да әүҙем – ул гәзиткә лә алдан уҡ яҙылып, үҙен бер мәшәҡәттән азат итеп ҡуя. Әл дә шундай алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙ, уҡымышлы, рухи байлыҡты өҫтөн күргән яҡташтарыбыҙ бар!

...Шулайтып уйҙарға батып торғанда баяғы апайҙың көр тауыш менән һөйләнә-һөйләнә яныма килеүе йәнемә май кеүек яғылды.

– Ҡалай шәп булды, әйҙә, приздар уйнатабыҙ! – тим. Беҙҙә халыҡ сәмле бит ул. Ул апайҙың шул һүҙҙәрен ишетеп тағын бер инәй: “Нимә һатаһығыҙ?” – тип яҡынланы. “Һаҡмар”ға яҙҙырабыҙ, инәй!” – тигәйнем, “Мин “Һаҡмар”ҙы яратам бит ул!” – тип ул да аҡсаларын шылтырлата башланы. Күп тә үтмәй өсөнсө яҙылыусыбыҙ ҙа табылды. Шулай итеп, өс яҙылыусы араһында приздарҙы уйнатып та алдыҡ. Алтын ялатылған парлы аҫлы сынаяҡтар гәзиттең күптәнге дуҫы, әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе Айһылыу инәй Иҫәнгилдина бәхетенә төштө. Ә алты стаканлы һут, компот һәм башҡа тәмлекәстәр ҡоя торған кувшин, йәғни “Фазенда” исемле йыйылма тәүге булып яҙылған Шәһиҙә апай Дәүләтбаеваға яҙҙы. Ул: “Бүләк отоуы күңелле икән ул! Әммә быныһы мөһим түгел, гәзитһеҙ йәшәп булмай бит”, – тип ҡыуанды ул. Өсөнсө бүләк – термос-көрөшкәнең хужаһы Әлфиә Бикташева булды. Ул сығышы менән Ярат ауылынан, бик матур шиғырҙар яҙа, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы. “Был һауытҡа мин дарыу үләндәрен бешереп эсәсәкмен”, – тип ҡыуанды Әлфиә ханым.

Өс кеше гәзиткә яҙылып, бер юлы бүләкле булып ҡыуанһа, мин уларҙың гәзитле лә булыуына, буш ҡул менән ҡайтмауҙарына һөйөндөм. Иртәгәһенә Айһылыу инәйгә шылтыратып: “Сынаяҡтар менән сәй эстегеҙме әле?” – тип хәлен һораштым. “Эсмәгән ҡайҙа! Концерттан ҡайтыу менән түҙмәй сәй яһап эстем. Инде тотҡалары уңайлы бит әле! Бөгөн әхирәтемде саҡырып: “Бына “Һаҡмар”ҙар миңә бүләк бирҙе!” – тип маҡтанып, икәүләп ултырып сәй эстек. Рәхмәт инде үҙегеҙгә!” – тип ихлас ҡыуанды инәйем.

Үҙегеҙгә ҙур рәхмәт, апай-инәйҙәр! Һәр ваҡыт бергә булайыҡ, бер-беребеҙҙе ҡыуандырып ҡына йәшәйек, Алла бирһә!

Ә инде иҫ киткес шәп үткән, халыҡ таланттарын балҡытҡан Гала-концерт тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

12.11.2016

0
26


0
Оставить комментарий