Быйма миҙгеле асылды

Иҡтисад

Үткән аҙнала Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп түгел ине. Быға көнө буйы тынмаған әсе ел, юлдарҙың боҙлауыҡ менән ҡапланыуы ла сәбәпсе булғандыр. Шулай ҙа баҙарҙа тәҡдим ителгән ауыл хужалығы продукцияһының, башҡа тауарҙарҙың ассортименты ярайһы ғына ине.

Һыйыр итенә хаҡтар һәр ваҡыттағыса тотороҡло һаҡланды: өлөшөнә ҡарап уның килограмын 250 һумдан алып 380 һумға тиклем һатып алырға мөмкин булды. Йылҡы итенә лә шундай хаҡ һоранылар. Ҡаҙҙың килограмын – 350 һум, бер өйрәкте 850 һум менән һаттылар.

Ҡаймаҡтың 0,5 литры – 150, бер баш ҡорот – 60, ҡыҙыл эремсек – 70, ауыл икмәге 60 һум ине. 3 литрлыҡ банкалағы тоҙ-ланған бәшмәк – 1200 һум.

Ҡыш миҙгеле етеп килеү сәбәпле быйма иң үтемле тауарға әйләнеп бара. Үткән баҙарға 4 эшҡыуар үҙҙәренең продукцияһын алып сыҡҡайны. Өлкәндәр быймаһына – 1500, балаларҙыҡына 700-1000 һум һоранылар. Үрге Яйыҡбайҙан Фәррәх Ҡашҡаровтың һатып алыусылары күберәк ине – уның быймалары сифатлы һәм арзан булыуы менән айырылып торҙо. Йәш эшҡыуар өлкәндәр өсөн баҫылған быйманы – 1200-1300, үҫмерҙәрҙекен – 1000, балаларҙыҡын 600-700 һум менән һатты.

29.11.2016

0
24


0
Оставить комментарий