Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

ҺУҢҒЫ МӘҠӘЛӘЛӘР

21.11.2017
Ҡыҫҡаса белешмә

1992 – 2000 йылдарҙа мәктәп-гимназия директоры булып Фларит Фәрит улы Баймөхәмәтов эшләне. Уның етәкселегендә Малаяҙҙа мәктәп-гимназия асылды. 1997 йылда мәктәп-гимназия “Йыл гимназияһы” конкурсы еңеүсеһе булды, 1999 йылда “Малаяҙ гимназияһы” статусын алды.
2000 йылда Рәмиз Мәғәфүр улы Урманшин директор булып тәғәйенләнде. Гимназия бинаһын төҙөтөп бөтөп, сафҡа индерҙе. “Башҡорт гимназияһы” статусы бирелде.
2002 – 2004 йылдарҙа директор булып Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Илфат Рифат улы Исмәғилев эшләне. Гимназия базаһында Республика Мәғариф мәғлүмәт мөхите моделе буйынса тәжрибә майҙансығы асылды.
2003 йылда гимназияның сайты булдырылып, ул Беренсе Республика белем биреү интернет-ресурстары конкурсында “Берҙәм мәғариф мәғлүмәт мөхитен төҙөү” номинацияһында I урын яуланы.
2005 йылда гимназияға БР мәғарифы алдынғыһы, атҡаҙанған уҡытыусы Тайфур Алмас улы Абдуллин етәкселек итте. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы нығытылды, 2006 йылда гимназия “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Грантына лайыҡ булды.
2006 йылдан 2016 йылға тиклем БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы Сәлимйән Рәхимйән улын Ҡәҙербирҙин гимназия директоры вазифаһында эшләне. 2014 йылда БР Мәғарифты үҫтереү институтының инновацион майҙансығы асылды. 2015 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 гимназияһы” конкурсы лауреаты булды. Шул уҡ йылда “Электрон мәктәп” III республика форумы еңеүсеһе тип танылды.
2016 йылда ошо уҡ гимназияны тамамлаған йәш, энергиялы һәм бар яҡтан үҫешкән белгес Розалия Данис ҡыҙы Латипова тәғәйенләнде. Малаяҙ башҡорт гимназияһы уның етәкселегендә ике йыл рәттән “Электрон мәктәп” республика форумында еңеүҙәр яулай. Ә быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Белем биреү ойошмаһында балалар һәләтен үҫтереү өлкәһендәге эш моделен эшкәртеү һәм ғәмәлгә ашырыу” темаһы буйынса инновация майҙансығы булдырылды.

21.11.2017
Райондың иң яҡшы белем усағы

Малаяҙ башҡорт гимназияһы  юбилейы ҙурлап үткәрелде

17.11.2017
Бер быуат – хоҡуҡ һағында

10 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федера­цияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә, Совет милицияһының 100 йыллығына арналған   байрам тантанаһы үтте.

17.11.2017
Республика Башлығы стипендиаты

Афарин!

Салауат районында тыуып үҫеп, бөгөн сит яҡтарҙа уҡыған студенттар беҙҙең ғорурлыҡ. Бар яҡҡа һәләтле, тырыш, аҡыллы, маҡсатлы йәштәребеҙҙең береһе –  Малаяҙ ауылынан Юлиана Хужиәхмәтова.

15.11.2017
Милли кейемдә көнитмешебеҙ сағылышы

илли кейем  – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.

БАРЛЫҠ МӘҠӘЛӘЛӘРҘЕ ҠАРАРҒА

ФОТОЛАР ГАЛЕРЕЯҺЫ