Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Статьи (Юрюзань)

RSS
Ҡыҫҡаса белешмә

1992 – 2000 йылдарҙа мәктәп-гимназия директоры булып Фларит Фәрит улы Баймөхәмәтов эшләне. Уның етәкселегендә Малаяҙҙа мәктәп-гимназия асылды. 1997 йылда мәктәп-гимназия “Йыл гимназияһы” конкурсы еңеүсеһе булды, 1999 йылда “Малаяҙ гимназияһы” статусын алды.
2000 йылда Рәмиз Мәғәфүр улы Урманшин директор булып тәғәйенләнде. Гимназия бинаһын төҙөтөп бөтөп, сафҡа индерҙе. “Башҡорт гимназияһы” статусы бирелде.
2002 – 2004 йылдарҙа директор булып Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Илфат Рифат улы Исмәғилев эшләне. Гимназия базаһында Республика Мәғариф мәғлүмәт мөхите моделе буйынса тәжрибә майҙансығы асылды.
2003 йылда гимназияның сайты булдырылып, ул Беренсе Республика белем биреү интернет-ресурстары конкурсында “Берҙәм мәғариф мәғлүмәт мөхитен төҙөү” номинацияһында I урын яуланы.
2005 йылда гимназияға БР мәғарифы алдынғыһы, атҡаҙанған уҡытыусы Тайфур Алмас улы Абдуллин етәкселек итте. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы нығытылды, 2006 йылда гимназия “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Грантына лайыҡ булды.
2006 йылдан 2016 йылға тиклем БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы Сәлимйән Рәхимйән улын Ҡәҙербирҙин гимназия директоры вазифаһында эшләне. 2014 йылда БР Мәғарифты үҫтереү институтының инновацион майҙансығы асылды. 2015 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 гимназияһы” конкурсы лауреаты булды. Шул уҡ йылда “Электрон мәктәп” III республика форумы еңеүсеһе тип танылды.
2016 йылда ошо уҡ гимназияны тамамлаған йәш, энергиялы һәм бар яҡтан үҫешкән белгес Розалия Данис ҡыҙы Латипова тәғәйенләнде. Малаяҙ башҡорт гимназияһы уның етәкселегендә ике йыл рәттән “Электрон мәктәп” республика форумында еңеүҙәр яулай. Ә быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Белем биреү ойошмаһында балалар һәләтен үҫтереү өлкәһендәге эш моделен эшкәртеү һәм ғәмәлгә ашырыу” темаһы буйынса инновация майҙансығы булдырылды.

Райондың иң яҡшы белем усағы

Малаяҙ башҡорт гимназияһы  юбилейы ҙурлап үткәрелде

Бер быуат – хоҡуҡ һағында

10 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федера­цияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә, Совет милицияһының 100 йыллығына арналған   байрам тантанаһы үтте.

Республика Башлығы стипендиаты

Салауат районында тыуып үҫеп, бөгөн сит яҡтарҙа уҡыған студенттар беҙҙең ғорурлыҡ. Бар яҡҡа һәләтле, тырыш, аҡыллы, маҡсатлы йәштәребеҙҙең береһе –  Малаяҙ ауылынан Юлиана Хужиәхмәтова.

Милли кейемдә көнитмешебеҙ сағылышы

илли кейем  – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.

Тәүге атамаһы Уасҡын булған

Лағыр ауылына нигеҙ һалыныуға арналған стела асылды

Яуҙа сынығып, хеҙмәттә лә һынатманы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Салауат районы милицияһы личный составының яртыһын тиерлек Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары тәшкил итә ине. Ундайҙар әҙәплелеге, ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге менән айырылып торҙо. Халыҡ хөрмәт итте, хеҙмәттәштәре өлгө алды.

Ауыл хужалығы эшсәндәренә – дан һәм хөрмәт!

Игенселәр, малсыларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Һуңлауҙы кисермәй торған сир...

Йәки яман шеште ваҡытында асыҡлағанда дауалап була

Хеҙмәттәшебеҙгә – Рәсәй наградаһы

Салауат районы мәғлүмәт үҙәге баш бухгалтеры Наталья Чвановаға Рәсәй Федерацияһы  Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Теләк булһа, эш табылыр

Райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән берлектә предприятиелар вакансиялар йәрминкәһен ойошторҙо

Салауаттың портреты табылды

Башҡорт халҡының милли геройы, яугир, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҡиәфәтен, йөҙөн белмәйбеҙ.

Закон көсө – уны башҡарыуҙа

1 ноябрь – Суд приставтары көнө

Иң яҡшы уҡытыусыларға – грант

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «2017 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре  бүләкләнде. Һөнәри байрамдары көнөндә 34 уҡытыусы 200 мең һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәрен   Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

Аҙыҡ-түлек сифаты талаптарға тап киләме?

“Халыҡ контроле” Малаяҙ ауылындағы сауҙа нөктәһен тикшерҙе, эштәр менән танышты

Балалар ҡараулы, ата-әсәләргә лә уңайлы

“Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге сентябрҙән “социаль бала ҡараусы” хеҙмәтен тәҡдим итә. Социаль хеҙмәткәр ата-әсәләргә 3 йәшкә тиклемге сабыйҙарын, шулай уҡ инвалид балаларҙы ваҡытлыса ҡараша.

Ҡарағай көнөн билдәләйәсәкбеҙ

Янғантау урта мәктәбе биләмәһенә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән бергә ағас ултыртыу ойошторҙоҡ. Өмә, “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы үтте.

Фильм өсөн тауыш бирәйек!

“Уҡыусы  – ата-әсә, уҡыусы – бала” республика конкурсы мәғариф министрлығы тарафынан Бөтә Рәсәй “Уҡыусы – әсә, уҡыған – ил” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҙғарыла.

Кадеттар ант бирҙе

Буласаҡ һалдаттар тантаналы шарттарҙа  хәрби присяга ҡабул итте  

Бирешмә!

Детско-юношеский телеканал «Тамыр» завершает съемки первого подросткового телесериала на башкирском языке «Бирешмә!»(Дерзай!) из 10-и серий.