Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Мәҙәниәт усағыбыҙ һүнерме?

Борсоулы сигнал

05:01

"Ауылыбыҙҙа халыҡтың кәйефе төшөнкө – район етәкселеге клубыбыҙҙы һүтергә тигән ҡарарға килде. Яхъяла матур, яңы мәктәп һалынды, интернат, балалар баҡсаһын төҙөү эштәре бара, әммә клубты ла һаҡлап ҡала алһаҡ бигерәк тә яҡшы булыр ине. Сөнки мәҙәниәт усағы булған клубта һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә.

Яңыраҡ Яңы йыл, Раштыуа байрамдарын ойоштороп, халыҡтың күңелен астыҡ. Клубҡа Иҙрис, Йонос, Ишембай ауылы халҡы ла килә, йәштәр дискотекаға йөрөргә ярата. Балалар өсөн дә клубта төрлө йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Клубыбыҙ төҙөк, башы тимер менән көпләнгән, ремонтлап торҙоҡ. Ишек икенсе яҡтан эшләнгән, хәҙер мәктәпкә ул ҡамасауламай. Клуб булмаһа, был саралар ҡайҙа үткәрелер, ауылда мәҙәни усаҡ һүнмәҫме?"

0
27


0
Оставить комментарий