Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Мөхәббәтле ғүмер – оҙон ғүмер

Гәүһәр парҙар

08.02.2017

09:02

Теүәл 60 йыл элек, ҡыштың ап-аҡ көнөндә Лағыр ауы­лы­ның бер матур урамында пар аттар менән килен төшә. Лағыр ауылы егете Рә­химйән Шаһи­мо­рат улы менән шул уҡ ауыл һылыуы Миндегөл Ғиниәт ҡыҙы Сабир­йә­новтар гөрләтеп туй үткәрә.

Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, кейәү менән килен ең һыҙғанып донъя көтөргә тотона. Кейәү – бик аҡыллы, баҫалҡы, кешелекле, килен сибәр, уңған, кеселекле була. Рәхимйән ағайға төрлө колхоз эштәрендә эшләргә тура килә. Миндегөл апай сусҡа фермаһында хеҙмәт юлын башлай. "Эш еңелдән түгел ине. Ҡул менән бөтә ауыр эштәр башҡарылды. Һөнәремде яраттым, бәрәстәр күп үҫтергән өсөн, йәш кенә булһам да, Өфөгә делегат итеп ебәрҙеләр. Биш йыллыҡ алдынғыһы инем, – тип хәтерләй ул йәш саҡтарын.

Тормоштарына йәм өҫтәп беренсе улдары донъяға килә. Өс йылдан икенсе улдары тыуғас, шатлыҡтарының сиге булмай. Ләкин, бәләкәйҙәренә өс ай тигәндә, Рәхимйән ағайҙы әрмегә алалар һәм уға өс йыл ярым хеҙмәт итергә тура килә. Бар тормош ауырлыҡтары Миндегөл апайға төшә. "Ауыр саҡтарҙа таянырға атайым, әсәйем, ағайым, һеңлем, туғандарым булды. Уларға рәхмәтлемен", – ти хужабикә.

Рәхимйән әрменән ҡайтҡас, колхозға шофер булып керә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшенә тоғро ҡала. Алдынғы, тәртипле, эшен яратҡан эшселәрҙең береһе була. Йәштәр балаларын тәрбиәләй, өй һалып сыға. Тормош йәме булып тағы ике ул, бер ҡыҙ тыуа. Татыу, бер-береһен аңлаған ғаиләлә балалар ҙа матур үҫә. Белем алып, ауылда донъя ҡороп, балалар үҫтерәләр. Олатай-өләсәй 13 ейәне һәм 9 бүләсәһен дә тәрбиәләшә. Улар шатланып олатайҙарының йортона килеп йөрөйҙәр.

Сабирйәновтар бер-береһе өсөн генә тыуған кешеләр. Күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлашалар. Тауыш күтәреп һөйләшкәндәрен бер ҡасан да ишетмәҫһең. Рәхимйән ағайҙың әсәһен дә хөрмәтләп ҡаранылар.

– Ғүмер булғас, ауырлыҡтар ҙа, күңелле саҡтар ҙа – төрлөһө була. Һәр хәлде аңлы аҡыл менән тыныс итеп үткәрергә кәрәк. Түҙемле, сабыр булыуға ни етә. Тормош көтә башлаған йәштәргә лә ошоно теләйем. Бер-береһен хөрмәт итһендәр, яратһындар, ғәфү итә белһендәр. Ғүмер бик тиҙ үтә, 60 йыл бергә ғүмеребеҙ алтмыш көнлөк һымаҡ үтте лә китте, – ти юбилярҙар.

Был ғаиләгә ҡарайым да, уйға батам. Бер-береһен хөрмәт иткән кешеләр генә бергә оҙаҡ йәшәй. Үҙҙәренән һуң аҡыллы балалар, матур, ышаныслы киләсәк ҡалдыра. Ауылым йәшәһен, һүнмәһен тип күп көс һалып йәшәгән Сабирйәновтар кеүек ғаиләләр күберәк булһа, ауыл үлмәҫ, башҡорттар кәмемәҫ. Ошолай бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, гәлсәр туйҙарға барып етегеҙ, ауылыбыҙҙың көҙгөһө, яҡты нуры булып, тыныслыҡта оҙаҡ йәшәгеҙ. Мөхәббәтле ғүмер генә оҙон ғүмер бит ул.

0
32


0
Оставить комментарий