Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

“Браконьер” операцияһы

Кеше һәм закон

08.02.2017

15:02

Башҡортостан Республикаһында көҙгө-ҡышҡы һунар итеү сезоны асылыу менән бәйле, Салауат районы Эске эштәр бүлеге тәбиғәтте һаҡлау структуралары менән берлектә браконьерлыҡ факттарын, законһыҙ һаҡланған ҡоралды асыҡлау, шулай уҡ “Браконьер” операцияһы сиктәрендә ҡорал менән ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн төрлө саралар үткәрә.

Һунар итеүҙә бик иғтибарлы булығыҙ: һунар, ҡорал йөрөтөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙмағыҙ. Иҫкәртәбеҙ, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индерелеүе менән бәйле, хәҙер эскән килеш кеше ҡорал йөрөтһә, һаҡлаһа  уны яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. (РФ КоАП, 4-се бүлек, 20.8-се статьяһы).

Браконьерлыҡ факты буйынса ышаныс һәм белешмәләр телефондарына  8 (34777) 2-11-70, 2-00-50, 8-987-141-02-93 шылтырата алаһығыҙ.

0
7
ВЫИГРАЙ СУПЕРПРИЗ!


0
Оставить комментарий