Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Район башлығы үҙ вәкәләттәрен һалды

Кеше һәм закон

30.09.2016

15:09

30 сентябрҙә дүртенсе саҡырылыш район Советы депутаттарының тәүге ултырышы үтте.

Көн тәртибенә ярашлы, депутаттар үҙҙәре араһынан рәйес һайланы. Район Советына артабан да Ринат Әбдрәшитов етәкселек итәсәк. Тәүге ултырышта район хакимиәте башлығы үҙ вәкәләттәрен һалды. Ғәли Хәйретдинов конкурс буйынса яңы башлыҡ тәғәйенләнгәнсе ошо вазифаны ваҡытлыса башҡарасаҡ.

Район Советы секретары Андрей Сергеев әйтеүенсә, депутаттарҙың икенсе ултырышы 24 октябрҙә буласаҡ. Унда конкурс буйынса яңынан район башлығын һайлаясаҡтар.

0
28


0
Оставить комментарий