Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Аркауылда Кино йылына йомғаҡ яһалды

28.12.2016

12:12

Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа сәнғәткә, мәҙәниәткә иғтибар бермә-бер артты. Тимәк, йәшәйеш алға табан бара, халыҡ матурлыҡҡа ынтыла. Кино йылы ла тамам­ланды. Беҙ­ҙең Аркауыл мәҙәниәт йортонда Кино йылын йомғаҡлау сараһы үтте.

Сара Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова алып килгән “Салауат” киноһы менән башланды. Бала саҡ хәтирәләренең иң сағыу мәлдәренең береһе – ауыл клубында кино ҡарау. Нисек көтөп ала инек беҙ уны... Беҙҙең бала саҡ кино донъяһында үтте тип әйтһәк, һис тә хата булмаҫ. Халыҡты Арҡауыл ауылы биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова сәләмләне. Кисәгә килгән ҡунактарҙың музыкаль сәләме лә ҙур иғтибарға лайыҡ булды. Даниил Садиҡов башҡарыуында йырҙар йылы ҡабул ителде. Сара программаһы фильм төшөрөү, Арҡауыл ауылы һәүәҫкәрҙәренең сығышынан торҙо. Татьяна Вәлшина, Рәйсә Шакироваларҙың кинонан башҡарылған йырҙары халыҡ күңеленә бик хуш килде. «Кавказ әсирәһе» комедияһынан өҙөк сәхнәләштереүҙә ауыл һәүәҫкәрҙәре актёрлыҡ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Арҡауыл һәр яҡлап талантлы, уңған ул-ҡыҙҙары менән ғорурланырға хаҡлы. Байрам концерты ла шуны раҫланы.

Рәмилә Фәткуллина,
Арҡауыл китапханаһы мөдире.

0
5


0
Оставить комментарий