Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Бәлә-ҡаза килерен алдан белеп булмай

16.01.2017

11:01

Быйыл июнь айында Мөрсәлим ауылында булған ҡот осҡос фажиғәне иҫкә төшөрәйек. Ауылдың Совет урамындағы бер йорттоң соланындағы электр үткәргесенән янғын сыға. Унда йәшәүсе өс балалы ғаилә бер ниһеҙ урамда ҡалды. Шулай уҡ эргәләге ике күршеһенең йорто ла көл-күмергә әйләнде. Бәхеткә, фажиғә ҡорбандарһыҙ тамамланды, әммә өс ғаилә бер мәл эсендә торлаҡһыҙ ҡалды.

Шуларҙың береһенең генә өйө, йорт-ҡаралтыһы страховкаланған булған. Зыян күреүсе ғаиләгә страховка компанияһы 360 мең һум түләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ғаиләнең мөлкәте страховкаланмаған булған. Янғындан ҡаза күреүселәргә район халҡынан хәйриә аҡсаһы йыйыу ойошторолдо, район хакимиәте, Мөрсәлим ауыл хакимиәте лә хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтте. Уларҙың торлаҡ мәсьәләһе күптән түгел генә хәл ителде.

Флорид Ҡазиханов, “Росгосстрах” компанияһының “Салауат” агентлығы етәксеһе:

– Үкенескә күрә, республика халҡының йорт-ҡаралтыһын страховкалау мәҙәниәте түбән. Был йәһәттән Туймазы, Саҡмағош, Борай һәм Баҡалы райондарында ул 40 проценттан ашыу тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Салауат районында күрһәткес – 21 процент.

Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һуң мөлкәтте тергеҙеүҙә страховканан башҡа ышаныслы һәм тиҙ ысул юҡ. Стандарт страховка полисы һәр төрлө хәүефле осраҡтарҙың тулы исемлеген үҙенә индерә: янғын, шартлау, һыуҙан зыян күреү, тәбиғәт бәлә-ҡазаһы, кемдеңдер милеккә законһыҙ ҡул һуҙыуы (урлау, талау, аңлы рәүештә мөлкәткә зыян килтереү һ.б.), хатта йортҡа ағас йығылыуы, осоу аппараттары һәм уларҙың өлөштәре ҡолауы ла керә. Полистың хаҡы йылына страховка суммаһының 0,4 процентынан башлана. Был уртаса статистикаға ҡараған ғаиләнең хәленән килерлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһындағы көтөлмәгән сығымдар менән сағыштырырлыҡ түгел.

Бәлә-ҡаза килерен алдан белеп булмай бит. Шуға страховкаһы булғандар иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡарай ала.

0
20


0
Оставить комментарий