Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Оптималләштереү дауам итерме?

08.02.2017

12:02

Район мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Наил ҡыҙы Рәхмәтуллина гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәрен түбәндә тәҡдим итәбеҙ.

– Мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн 400 һум түләйбеҙ, ә ашатыу түбән кимәлдә. Шуны асыҡлаһағыҙ ине.

Лилиә, Малаяҙ ауылы.

– Район буйынса ата-әсәләрҙән иғәнә, былтырғы менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артҡан. Элек һәр уҡыусыға 1,73 һум компенсация бирелә ине. Яңы уҡыу йылынан ул да туҡтатылды. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ҙа көндән-көн тиерлек артып тора. Шуға шундай хаҡ килеп сыға ла. Ә аш-һыуҙың сифатына килгәндә, мәктәптәрҙә алдан 10 көнлөк меню төҙөлә һәм ул Роспотребнадзор менән килешелгән була. Тағы ла һәр мәктәптә бракераж комиссия бар, ул әҙерләнгән ризыҡтарҙың сифатын тикшереп торорға бурыслы. Бынан тыш, һәр ата-әсә ризыҡтың сифатын, менюны тикшерә ала. Шулай ҙа һеҙҙең һорауығыҙҙы иғтибарға алырбыҙ һәм Малаяҙҙағы белем биреү учреждениеһы ашханаһын тикшерербеҙ.

– Йәш педагогтарға “подъемный” ҙар ҡасан түләнер? Быйыл нисә йәш белгес эш башланы икән?

Л. Тажиева, Ахун ауылы.

– Йәш белгестәрҙе аҡсалата дәртләндереү сараһы әлегә 2013 йылға ғына түләнгән. 2014 – 2015 уҡыу йылында 5 йәш белгес ҡайтһа, быйыл Яхъя мәктәбенә генә физика фәненән йәш уҡытыусы килде. Йәш педагогтарҙы аҡсалата дәртләндереү буйынса дөйөм бурыс 74256 мең һум тәшкил итте. Киләсәктә түләрбеҙ, тип ышандырабыҙ.

– Ни өсөн мәктәптәрҙә пенсионерҙар һаман эшләүен дауам итә?                   (Исемен әйтмәне).

– Пенсия йәшенә еткән хеҙмәткәр эштән киткеһе килмәһә, уны эш биреүсе сығара алмай, сөнки Хеҙмәт кодексында ундай статья юҡ. Бынан тыш, РФ Хеҙмәт кодексының 3-сө статьяһының 1-се һәм 2-се өлөшөндә әйтелгәнсә, һәр кем үҙенең хеҙмәт хоҡуҡтарын бойомға ашырғанда тиң мөмкинлектәргә эйә һәм бер кемдең дә хеҙмәт хоҡуҡтары сикләнергә тейеш түгел. Йәки затына, расаһына, тән төҫөнә, милләтенә, теленә, килеп сығышына, милек, ғаилә, социаль статусына һәм вазифаһына, йәшенә, йәшәү урынына һ.б., шулай уҡ хеҙмәткәрҙең эш сифатына бәйле булмаған хәлдәргә ҡарамай.

– Артабан да мәктәптәрҙе оптималләштереү йәки филиаллаштырыу дауам итәсәкме?

Сафин. 

Арҡауыл ауылы.

– Икенсе  Иҙелбай мәктәбе Арҡауыл мәктәбенә ҡушылып, филиал булып ҡаласаҡ һәм Урмантау ауыл мәктәбе уҡыу йылы дауамында Таймый филиалына әйләнәсәк. Уларҙа мәктәп етәкселәре – директорҙар вазифаһы ҡыҫҡартыласаҡ. Мәктәптәр филиал булараҡ эшләүҙәрен дауам итәсәк, педагогик хеҙмәткәрҙәр штаты ҡыҫҡартылмаясаҡ.

– Мәктәптә һаман йылы бирмәйҙәр, газ ҡаҙанлығын ебәреү оҙаҡмы?

Таймый ауылы.

– “Дыуангаз” ойошмаһы рөхсәт бирһә, газ тиҙҙән ебәреләсәк. 

– Мин етем баланың өләсәһе, уның опекуны. Бала Мөрсәлим урта мәктәбенең 5-се класында уҡый. Ни өсөн етем балаларҙы мәктәптә бушлай ашатмайҙар?

К. Мәзитова. Мөрсәлим ауылы.

– Етем балалар тулыһынса дәүләт ҡарамағында булһа, мәҫәлән, балалар йортонда, мәктәп-интернаттарында   тәрбиәләнһә, бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә. Опека ҡарамағында булған балаларға дәүләт бар сығымдарҙы иҫәпкә алып, пособие, түләүҙәр менән опекунға бирә. Шуның өсөн дә һеҙ мәктәп ашханаһына ата-әсәләр иғәнәһе итеп туҡланыу өсөн түләргә тейешһегеҙ. Етемдәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтөү бушлай.

– Янғантау балалар баҡсаһында йылы бирҙеләр, әммә бүлмәләрҙә бик эҫе тип, тәҙрәләрҙе асып ҡуялар, шуға балалар бик йыш ауырый. Нисек хәл итергә?

Гөлназ Ғәзимова, Гөлйөҙөм Ханова.

Янғантау ауылы.

– Әлбиттә, балалар баҡсаһы йылы булыуы яҡшы. Әммә тәҙрәләрҙе асыҡ тотоуҙа ла бик һаҡ булырға кәрәк. Янғантауҙа хәҙер яңы мөдир, яҡын арала һеҙгә барып, йыйылыш үткәрәсәкбеҙ, шунда ошо һорауға ла асыҡлыҡ индерәсәкбеҙ.

Гөлшат Шәмсетдинова яҙып алды. 

0
20


0
Гость
тест
ИмяЦитировать0
0
Оставить комментарий