Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Теләгәнеңде һайлап ал!

16.01.2017

15:01

Әйткәндәй, "Евроком" көнкүреш техникаһы магазины район халҡына күптән таныш. Туғыҙ йыл эсендә "Евроком" уңышлы эшләп, халыҡ араһында ышаныс яуланы. Магазиндың яңы урында асылғанын күптәр түҙемһеҙләнеп көттө – һәм ул өмөттәрҙе аҡланы.

Театр кейем элгесенән башлана, ә магазин – парковканан, тиҙәр. Ысынлап та, халыҡ мәнфәғәтендә эшләнгән магазин үҙенә ылыҡтырып тора. Киң, иркен парковка, тығын юҡ, һатып алыусы автомобилен магазин алдына ҡалдырып, иркен рәүештә тауарҙар менән таныша ала. Магазинға инеү менән һатып алыусыларҙы итәғәтле һатыусы-консультант ҡаршы алып, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙер. Яҡты, иркен, заманса сауҙа комплексы ҡалалағы көнкүреш техникаһы магазиндарынан һис кенә лә ҡалышмай. "Евроком"да теләгән тауарҙы яҡындан ҡарап, уның ҡулланыу күрһәтмәләре менән танышырға була.

Магазиндағы тауар төрлөлөгө ҡыуандыра. Заманса телевизорҙар, ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙарҙың хаҡына, фирмаһына ҡарап төрлөһө бар – кеҫәңдең ҡалын­лығын самалап, йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Кер йыуыу машиналары, һыуыт­ҡыстар, туңдырғыстар, газ плиталары кеүек ҙур габаритлы һәм һәр аш-һыу бүлмәһендә кәрәкле булған мультиварка, электр ит турағысы, микроволновка, һут һыҡҡыс, үтек, сәйнүк һәм башҡа көнкүреш техникаларын алыу өсөн хәҙер ҡалаға барырға кәрәкмәй. Быларҙың барыһа ла "Евроком" да бар.

Магазинда эшләгән профессионалдар һатыу эше менән генә сикләнмәй, ә компьютер техникаһын хеҙмәтләндерә, ремонтлай. Шулай уҡ унда картридждарҙы заправкалау, төҫлө баҫтырыу (печать), төрлө грамоталар, баннерҙар, визиткалар эшләү, ламинатлау, брошюровкалау кеүек хеҙмәттәр ҙә киң таралған. Төрлө һүрәт, яҙыуҙарҙы кружка, бейсболка, мендәр, футболка, сәғәт, пазлдарға күсереү, йәғни сублимация ла тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яуланы.

– Һәр һатып алыусының теләген күҙ уңында тотоп, сифатлы, заманса техника һатабыҙ. Халыҡҡа күберәк тауар тәҡдим итер өсөн артабан магазинды тағы ла киңәйтергә уйлайбыҙ, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты Айҙар Хисмәтуллин

0
22


0
Оставить комментарий