«Һәнәк» журналы әҙерләгән бүләктәр кемдәргә эләкте?

«Һәнәк» журналы әҙерләгән бүләктәр кемдәргә эләкте?

«Һәнәк» журналы әҙерләгән бүләктәр кемдәргә эләкте? 05.07.2026


Баҫмаға 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Бына улар, еңеүселәр!

Сәләмәтлек өсөн файҙалы продукциялар Ҡужина Нурия (Ғафури районы, Юлыҡ ауылы), Күҫәков Сибай (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы), Үтәғолова Зөһрә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Хафизова Р. (Ғафури районы, Бурлы ауылы) бәхетенә төштө.

Умартасылыҡ нигеҙҙәрен ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ноғомановтың бушлай барып өйрәтеүе Ҡансурин Хәйбуллаға (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы) тәтене.

Өфө районындағы «Аҡҡош» клиникаһына бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген тикшереүгә сертификатты Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ғәлимова Римма эләктерҙе.

“Candy” электр сәйнүктәренә Дәминева Орҡоя (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы) һәм Хажиева Зилә (Өфө ҡалаһы) эйә булды.

«Aceline» быраулау йыйылмаһы Байтимерова Әминәгә (Баймаҡ районы, Төркмән ауылы) юллана.

Тоғро дуҫыбыҙ, билдәле умартасы, эшҡыуар Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғомановтың баллы-майлы күстәнәстәре Басирова Гөлнара, Фәтҡуллина Рита, Арыҫланова Миләүшә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Өфөлә йәшәүсе Попова Гөлсинәгә (һүрәттә) эләкте.

Отошта еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!


Возврат к списку