Мәләүез журналистары спорт менән дә дуҫ

Мәләүез журналистары спорт менән дә дуҫ

Мәләүез журналистары спорт менән дә дуҫ 01.10.2026

Журналистар — һәр ваҡыт алғы сафта барған, хәбәрҙәрҙе иң беренсе булып уҡыусыға еткереүсе кешеләр. Ә бөгөн уларға үҙҙәренең физик көсөн дә һынау мөмкинлеге булды — бергәләп ГТО нормативтарын тапшырҙылар!

Ике редакция һәм "Сатурн" телерадиокомпанияның хеҙмәткәрҙәре бергәләп ГТО тапшырыу майҙансығына килде. Көс-ҡеүәттәрен, сыҙамлылыҡтарын һынанылар.

Был сара — коллективтарҙы берләштереүсе, рухты күтәреүсе ваҡиға. Улар һәр бер нормативты тапшырған һайын бер-береһенә ярҙамлашып торҙо. Һөҙөмтәлә күпселек ГТО талаптарын уңышлы үтте.


Возврат к списку