01.10.2026
Әҙәбиәт һөйөүселәр Яҙыусылар йортонда Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында йәшәп ижад итеүселәр менән осрашты. Әҙәби-музыкаль композиция "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" тип аталды. “Тере шишмәләр” әҙәби берекмәһендә бөгөн 28 ағза иҫәпләнә. Улар башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә әҫәрҙәр яҙа.
Көйөргәҙе ере - Башҡортостан әҙәбиәтенә көслө әҙиптәр бүләк иткән бәрәкәтле төйәк. Салауат Юлаев премияһы лауреаттары Баязит Бикбай, Рәшит Солтангәрәев, Ғәлим Хисамов, яҙыусылар Хөрмәт Бикҡолов, Раил Байбулатов, Марсель Искәндәр; шағирәләр Тамара Ғәниева, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Миңлегөл Хисамова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Ҡотлогилдина, шағир Тимер Ниәтшин һ.б. бөгөн дә әҙәбиәтебеҙҙең юғары кимәлен билдәләй.