25.08.2026
“Башҡортостан” гәзите коллективы бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығыуҙы, иҫтәлекле урындар менән танышыуҙы, экологик акциялар ойоштороуҙы яҡшы традицияға әйләндерҙе. Һуңғы йылдарҙа Бәләкәй Ямантау, Асҡын мәмерйәһе, Ирәмәл тауы кеүек республикабыҙҙың матур иҫтәлекле урындарына походтарға сыҡҡан коллектив ошо көндәрҙә экологик акция сиктәрендә Бөрйән районы менән танышты.
Журналистар Шүлгәнташ мәмерйәһендә булды, музейын ҡараны, Йылҡысыҡҡан күле буйында урынлашҡан Аҡбуҙат һәйкәлен күрҙе, Инсебикә ҡаяһына менде, Ағиҙел буйлап кәмәлә аҡты, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә лә булды.
Гәзит хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районына сәйәхәткә саҡырған тоғро дуҫтары, “Ағиҙел” лагерының директоры Илшат Ҡулбирҙинға рәхмәт белдерә.