28.09.2026
"Яҙыл да бүләк от!" конкурсында ҡатнашып отҡан велосипедтар хужаларына барып етте. Лотерея йәйен үткәрелде.
“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова Ғафури районы Бурлы ауылында суперприз отҡан Шәриповтар ғаиләһендә булды. Ә "Йәншишмә" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова велосипедты Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында Айгөл Хисаметдиноваға тапшырҙы.
Әле 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу бара. Ҡушылығыҙ!