Борщ әҙерләгәндәр

Борщ әҙерләгәндәр

Борщ әҙерләгәндәр 11.09.2026


«Көнгәк» гәзите журналистары «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәренә ҡоро аш (борщ) әҙерләүҙә ярҙам итте.

"Атап әйткәндә, коллектив менән барып, йәмғеһе 6 кеше ике сәғәт эсендә 100 кг сөгөлдөр таҙартып, ҡул менән һутын һыҡтыҡ, 100 кг кәбеҫтә тураныҡ һәм аҙаҡтан йыйыштырырға ла ярҙам иттек. Әлбиттә, бында күптән эшләгән ирекмәндәр менән бергә эшләнек", - ти улар.

Редакция коллективы өсөн был беренсе акция түгел. Махсус хәрби операция башланғандан алып өс тапҡыр гәзит уҡыусылар араһында өҫтәмә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторғандар. "Сөсө икмәк","Медикаменттар кәрәк" һәм "Һалдатты хәстәрләйек" акциялары дәррәү үткән. Яҡташ яугирҙарға адреслы ярҙам ебәреү, туҡмас йәйеп ҡырҡып оҙатыу ҙа Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерер, тиҙәр.


Возврат к списку