Республика ирекмәндәр слеты үтте

Республика ирекмәндәр слеты үтте

Республика ирекмәндәр слеты үтте 11.06.2026


Сара "Берҙәм Рәсәй" партияһының Өфөләге йәмәғәт штабында уҙҙы.

– Һалдаттарыбыҙ алғы һыҙыҡта дошман менән алыша, ә ирекмәндәр тылда яугирҙәргә ярҙам итә, шулай берҙәм булғанда һәм көстәр берләшкәндә генә маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ, – тине "Юлдаш" радиоһының баш мөхәрире Миләүшә Ғәлиева. Ул Баймаҡ районының "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Лилиә Такаеваға "Халыҡ ирекмәне" миҙалын тапшырҙы.

МХО ветераны Рәжәп Миҙхәт улы Арыҫланов "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаковҡа, "Башҡортостан Республикаһы" акционерҙар йәмғиәте филиалы – Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәковҡа һәм нәшриәт йортоноң бер төркөм журналистарына Башҡортостан махсус хәрби операцияһы ветерандары ассоциацияһының Рәхмәт хатын тапшырҙы.


Возврат к списку