09.10.2026
Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм публицист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы уның һәйкәле алдында тантаналы сара үтте. Осрашыуҙа БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм төрлө гәзит-журнал баш мөхәррирҙәре, хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар араһында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары ла бар ине.
Ҡатнашыусылар күренекле шәхестең Башҡортостан тарихындағы һәм милли матбуғат үҫешендәге әһәмиәтен билдәләне. Ә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – Башҡортостан журналистары өсөн ҙур һөнәри баһа. Уға әлеге көндә 100-ҙән ашыу коллегабыҙ лайыҡ
булған. Журналистар алдына сәскә һалған һәйкәл иһә 1981 йылдың 9 декабрендә асыла.
Сарала “Коммунист Башкортостана” гәзитенең баш мөхәррире Дмитрий Ефремов Рәсәй Журналистар союзының “Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм” миҙалы менән бүләкләнһә, “Сельские узоры” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Алексей Осипов әүҙем һөнәри эшмәкәрлеге өсөн БР Журналистар союзының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Ю. Кәримов фотолары.