“Шоңҡар”ҙың сентябрь һаны сыҡты

“Шоңҡар”ҙың сентябрь һаны сыҡты

“Шоңҡар”ҙың сентябрь һаны сыҡты 26.09.2026

Журнал тышлығын биҙәгән егет – Өфө сәнғәт училищеһы студенты Ильяс Боташев. Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ үҫмер 15 йәшендә Ҡаҙағстандағы Аҡтау ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста йыр буйынса икенсе урын яулап лауреат була.

"Яугир үҙенә ышанырға тейеш" тигән мәҡәләлә МХО батыры Азамат Кәримов тураһында.

Рәзинә Зәйнетдинованың “Ерҙәге “Етегән” балҡышы” тигән һүрәтләмәһендә Әбйәлил районы Хәлил ауылы йәштәре тарафынан төҙөлгән “Етегән” төркөмө менән таныша алаһығыҙ. “Һәр яҡлап та булдыҡлы ул” тигән мәҡәлә – Ҡасим Дәүләткилдиеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыһы Артем Николайченко хаҡында. Артемдың ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө – картиналар яҙа, хикәйәләр ижад итә.

Ҡаҙаҡ яҙыусыһы Мирас Муҡаштың “Ҡармаҡ” тигән хикәйәһе, йәш прозаик Дилә Мөхәррәм- Хәйретдинованың “Ҡыҙ бала ҡурсаҡ түгел” исемле повесы, Зәйтүнә Айытбаеваның “Яралы бәхет” тигән хикәйәһе донъя күргән.

Тағыламы? Ҡалғанын журналда ҡулығыҙға алғас, үҙегеҙ күрерһегеҙ

Источник

Возврат к списку